

Хәрби ир-егеттәргә, яҡташтарыбыҙға, ярҙам ҡулы һуҙыу туҡталмай.
Бөгөн дә ГАЗель микроавтобусы гуманитар ярҙам менән юлға сыҡты. Тиҙҙән бысҡыс, иретеп йәбештереү аппараттары, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ егеттәрҙең һорауы буйынса кәрәкле әйберҙәр, яҡындары һәм туғандарынан күстәнәстәр уларға барып етәсәк. Хәйбулла районы быға тиклем дә даими рәүештә гуманитар ярҙам күрәһтте, хәрбиҙәр ихтияжы өсөн УАЗ (буханка) автомобиле алыуҙа ла ярҙам күрһәтте.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!