

Өс көн дауамында үтәсәк сарала алтын ҡуллы оҫталар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары үҙ тауарын, үҙ эшен күрһәтә. Күркәм сараның маҡсаты – милли художество кәсебе – башҡорт дебет шәленә йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, «Башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыу һәм таратыу. Сарала махсус рәүештә саҡырылған Бәләкәй Арыҫланғол ауылының "Вәзәм һуҡма шәле" халыҡ клубы ла ҡатнаша. Күргәҙмәнең беренсе көнөндә үк вәзәм оҫталарының һуҡма дебет шәлдәре күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған икән. Афарин, беҙҙең уңғанбикәләргә!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.