ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2022, 10:29

Башҡортостан тәүге 10 субъект иҫәбенә инде

..

Башҡортостан тәүге 10 субъект иҫәбенә индеБашҡортостан тәүге 10 субъект иҫәбенә инде
Башҡортостан тәүге 10 субъект иҫәбенә инде

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй программа тәьминәтенең лицензиялары һаны буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде.  

 
Башҡортостан тәүге 10 субъект иҫәбенә инде
 
Башҡортостан тәүге 10 субъект иҫәбенә инде

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй программа тәьминәтенең лицензиялары һаны буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде.

Тап бер йыл элек республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин Халыҡ-ара бизнес аҙналығында һанлы трансформация мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһағанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының меңләп һатып алған программа продукттары хаҡында хәбәр итте.

- Башҡортостандың һатып алынған производство берекмәһе һаны буйынса ун төбәк иҫәбенә инеүе илдә етештерелгән программа продукттарының һорау менән ҡулланыуын күрһәтә. Республикала уларҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ғына түгел, башҡа ҙур ойошмалар ҙа һатып ала. Быларҙың барыһы ла үҙ бизнесын үҫтереү өсөн алдынғы һанлы ҡоралдарҙы практикала ҡулланыусы республика предприятиеларының әүҙем эшмәкәрлеге тураһында һөйләй, - тип билдәләне министр.

Төбәктәр рейтингында Башҡортостан 10-сы баҫҡысты биләй, тәүге өс баҫҡысты федераль әһәмиәттәге ҡалалар һәм Мәскәү өлкәһе биләй, рейтингта Башҡортостан Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләрен уҙып киткән.

Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән 8399 берәмек офис программа тәьминәте 50 процент ташлама менән һатып алынған.

Бәләкәй һәм урта бизнесты һанлы форматҡа күсереүгә булышлыҡ итеү программаһы былтыр «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының «Һанлы технологиялар» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы тарафынан эшләй башланы. Льготалы шарттар ПБ етештереүселәренә федераль бюджеттан лицензия хаҡының яртыһын компенсациялауға бәйле тормошҡа ашырылды. Бындай ярҙам сараһы илебеҙ болотло ҡарарҙарын әҙерләүселәргә лә, бизнес вәкилдәренә лә ярҙам итергә мөмкинлек бирә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19583/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
https://vk.com/hakmar.gazeta
Автор:
Читайте нас