

Аҡъюл ауыл биләмәһендә граждандар именлеген тәьмин итеү һәм халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләү йәһәтенән, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл советы депутаттары һәм полицияның участка уполномоченныйы ҡатнашлығында ҡышҡы профилактик рейдтар үткәрелә башланы.
Декабрь һәм ғинуар айҙарында һәр ауылда һәм һәр хужалыҡта булыу планлаштырыла.
Был рейдтарҙың төп маҡсаттары - оло йәштәге кешеләрҙең, яңғыҙ йәшәүселәрҙең, йәш балалы ғаиләләрҙең именлеген ҡайғыртыу, янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструкциялар үткәреү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы һәм һатыуҙы киҫәтеү.
Ауыл именлеге һәм бәрәкәтле тормош нигеҙҙәре - айыҡ һәм сәләмәт тормошта.
#Айыҡауыл2022
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.