

Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Д.Аҡҡужина, “ДОСААФ”тың урындағы бүлексәһе рәйесе Ф.Юлдашбаев сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Әсәйҙәр көнө менән ҡотланы һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Йәмәғәт ойошмаларының координацион совет рәйесе С.Юлдашбаев һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Д.Ишемғолова моңло йырҙарын бүләк итте. Сарала ҡатнашыусылар иһә йәнле осрашыу ойошторғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.