

2-се Аҡъяр мәктәбендә Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән прапорщик Рөстәм Ғабдрахмановтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Яҡташыбыҙ — Украинала барған махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған батырыбыҙ. Яугир ҡаһарман һуңғы һулышына тиклем йәнен аямаған, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Мемориаль таҡтаташ урыны итеп Аҡъяр мәктәбе осраҡлы һайланмаған. Рөстәм Мөнәүир улы 1983 йылдың 28 мартында Ивановка ауылында донъяға килгән һәм 2-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала. Уҡыған осорҙа үҙен әүҙем уҡыусы итеп таныта. Мәктәп тормошонда, йәмәғәт эштәрендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә.
Рөстәм Ғабдрахмановты изге күңелле, ярҙамсыл, ипле һәм яуаплы егет итеп беләбеҙ. Ғәҙел, мәрхәмәтле һәм тыйнаҡ була торғайны, ти уның хаҡында уҡытыусылары.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 48-се һанында баҫылып сыға.