ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2022, 04:32

“Бәхетлебеҙ”,--тиҙәр Рим һәм Фәймә Аҡҡужиндар

Рим Хөрмәт улы һәм  Фәймә  Ҡотдос ҡыҙы Аҡҡужиндар Юлбарыҫ ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе

“Бәхетлебеҙ”,--тиҙәр  Рим һәм Фәймә Аҡҡужиндар“Бәхетлебеҙ”,--тиҙәр  Рим һәм Фәймә Аҡҡужиндар
“Бәхетлебеҙ”,--тиҙәр Рим һәм Фәймә Аҡҡужиндар

Рим Хөрмәт улы һәм  Фәймә  Ҡотдос ҡыҙы Аҡҡужиндар Юлбарыҫ ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе. Хужаларҙың уңғанлығы, бөхтәлеге ҡапҡанан ингәс тә үк күҙгә ташланды. Беҙ барғанда йорт хужаһы ишле малдарын ҡарау менән булышһа, хужабикә иһә тәмле еҫтәр сығарып,  иртәнге аш әҙерләй ине. Алсаҡ хужалар бик ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр ҙә булып сыҡты.

Аҡҡужиндар өс бала, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар.  Бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәйҙең бер ейәне һәм өс ейәнсәрҙәре өйҙә көтөп алған ҡунаҡ. Бына тигән балалар үҫтергәндәр улар. Өлкән улдары Риф ғаиләһе менән Сибайҙа йәшәй. Лейтенант Риф Рим улы ҡала полиция участкаһында эшләй. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны. Чечен Республикаһында хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡан. Икенсе улдары Азат ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй, ул да ағаһы кеүек полиция офицеры. Ә  ҡыҙҙары Дилә СиБДУ-ны Ҡыҙыл дипломға тамамлап, әлеге ваҡытта Сибайҙа сәнғәт мәктәбендә эшләй.

 

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 48-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас