Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенә бер-бер артлы күп балалы әсәйҙәр, ҡул эштәре оҫтабикәләре, төрлө һөнәр эйәләре - уҡытыусылар, китапханасы, фельдшер, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары саҡырылды. Улар үҙҙәренең ғаиләһе, һөнәри уңыштары, ҡул эштәре, хоббиҙары, тормошонда булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләне. Оло хөрмәткә лайыҡ булған әсәйҙәргә һәр береһенә гөлләмәләр тапшырылды. Ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, "Етегән" ансамбленең һәм уҡыусыларҙың йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре һәм мөнәжәт әйтеүе сараны тағы ла биҙәне.
Әсә балаға ғүмер биреүсе, артабан тәрбиәләп үҫтереүсе, хәстәрләүсе, кәңәш биреүсе, йорт усағын һыуытмаусы, именлекте, татыулыҡты тәьмин итеүсе хужабикә - донъя тотҡаһы ла ул. Иләс ауылында уҙған бөгөнгө сара тағы ла бер тапҡыр дәллиләне. Әсәләрҙе ҡәҙерләргә, улар хаҡында хәстәрлек күрергә, иҫән саҡтарында изгелекте, мәрхәмәтте, яғымлы һүҙҙәрҙе, яҡты йөҙҙө йәлләмәйек. Һис шикһеҙ улар быға лайыҡ.