ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2022, 11:18

Өфөнән Сәмәрҡәндкә тура рейстар асыла

-

Өфөнән Сәмәрҡәндкә тура рейстар асылаӨфөнән Сәмәрҡәндкә тура рейстар асыла
Өфөнән Сәмәрҡәндкә тура рейстар асыла

Башҡортостандың баш ҡалаһынан Сәмәрҡәндкә тура рейстар асыла. Осош программаһы 2023 йылдың мартында эшләй башлай. Хөкүмәт-ара килешеүгә тейешле үҙгәрештәр индерелгән, тип хәбәр итте баш ҡалааэропортының  генераль директоры Александр Андреев хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Бынан тыш, киләһе йылдың майынан Минскиға тура рейстар асылырға тейеш.

Самолеттарҙың ошо йүнәлештә осоуы уҡыусылар менән алмашыу программаларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул мәғариф министры Айбулат Хажинға әлеге мәсьәләне өйрәнә башларға ҡушты.

«Һеҙ әл үк уйлай башлағыҙ. Мәҫәлән, Минскиҙа мәктәп төркөмдәре менән алмашырға мөмкин, балаларға был ҡыҙыҡлы булыр ине. Беҙ унда булдыҡ, беҙҙе ҡабул итергә әҙерҙәр. Был илһөйәрлек тә, ғөмүмән, матур ҡала», - тигән бурыс ҡуйҙы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-29/iz-ufy-v-samarkand-zapustyat-pryamye-reysy-3050219

Автор:Ләйсән Закирова.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас