

Юлбарыҫ ауылынан Әлфәрит һәм Рәсимә Байғужиндарҙан ҡасан һәм нисек таныштығыҙ тигән һорауыма, беренсе кластан алып һигеҙенсене бөткәнсе бер парта артында ултырҙыҡ, шунан айырылманыҡ, тип көлә-көлә яуапланылар. Улар 1991 йылда яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр.
Рәсимә Сәмиғулла ҡыҙы 37 йыл ғүмерен сәләмәтлек һағына арнаған тәжрибәле фельдшер. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән наградлана. Ул үҙе тураһында күп һөйләргә яратмай, ә бына эше тураһында ихлас әңгәмәләшә.
--Сибай медицина училищеһын тамамлағас, районға эшкә ҡайттым. 1985 йылдан тыуған ауылым Юлбарыҫта ФАП-та эш башланым. Элегерәк эш ауыр ине. Буран сығып, юл булмаһа, һәр ауырыу өсөн яуап тотаһың. Хәҙерге һымаҡ кеҫә телефоны булманы, бәйләнеш өҙөлһә, район үҙәге менән рация аша һөйләшергә тура килде. Мин эш башлаған ваҡыттарҙа ауылда кешеләр ҙә, балалар ҙа, ауырлы ҡатындар ҙа күп булды. Өй буйлап бер сығып китһәң, ҡайтып инеп булмай торғайны. Ә хәҙер ауылда бары тик биш бала бар, күберәк ололар йәшәй,--ти ауыл табибы.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 47-се һанында уҡығыҙ