

"Эш һөйгәнде - ил һөйөр"
Районда, шул иҫәптән Байғусҡар ауылында ла "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә бик күп саралар үткәрелеп килә. Бығаса сараларҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем ҡатнашһа, һуңғы осорҙа ир-егеттәр ҙә йәлеп ителә башланы. Хужалыҡта иң кәрәкле әйбер - арҡан икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Районда иң күп йылҡы аҫыраусы ауыл тигән даны ла бар икән Байғусҡарҙарҙың. Үҙе үлһә лә - даны ҡала тигәндәй, Кинйәғәле олатай Рәмовтың ағастан эшләнгән боронғо арҡан ишкес ҡорамалын алып, мәҙәниәт йортонда йыйылып, арҡан ишеп ҡараған ауылдың көслө заттары, тиҙ генә, еңел генә итеп арҡан ишеп тә ҡуйғандар. Кисәнең икенсе өлөшөндә иһә "Калинин", һуңынан "Игенсе" тип үҙгәртелгән колхоз эшсәндәрен сәхнә түренә саҡырғандар. Бригадирҙар, агроном, зоотехник, мал ҡараусылар, комбайнерҙар, трактористар, шоферҙар - һәр береһе үҙ тормош юлын, ҡыҙыҡлы мәлдәрен иҫкә алып, хәтер йомғағын һүткән. Сара бик фәһемле, мауыҡтырғыс үтте, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Көндәлек тормоштан арынып, аралашып алған ир-уҙамандарға ла ҡыҙыҡлы булғандыр моғайын был осрашыу.