

Бөгөн Өфөлә «Таланттар йондоҙлоғо» һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады асыҡ конкурсының гала-концерты үтте, унда Аҡъяр ауылынан Арыҫлан Бохарбаев художестволы уҡыу номинацияһында үҙенең оҫталығын күрһәтте һәм 1-се урынды алды!
Бөтә республиканан 200 йәш талант араһында Арыҫлан Мостай Кәримдең "Ҡоштар осорам” әҫәре менән сығыш яһаны һәм тамашасыларҙың, жюриҙың һөйөүен яулап алды. Ул хатта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең дә сикһеҙ талантҡа эйә булыуына сағыу миҫал. Бында, һис шикһеҙ, ата-әсәләрҙең дә өлөшө ҙур. Бохарбаевтарҙы ошо ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә улар күп булһын!