

Мәрйәм Юныс ҡыҙы Юлбарыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөтә ғүмере лә ошонда үткән. Ул әле сабый ғына булғанда, әсәйһе ваҡытһыҙ вафат була. Атаһы Юныс һәм үгәй әсәһе Сәғирә ҡулында буй еткерә. “Бәхетемә күрә, үгәй әсәйем йәберләмәне. Башҡаларҙы әсәләре әрләгәндә, ул миңә бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәне. Ғаиләлә яңғыҙ ғына бала булып үҫтем”,--ти Мәрйәм Байғужина.
Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класты тамамлаған ҡыҙ “Аҡъяр” совхозында эшләргә ҡала. Барлыҡ эштәргә йөрөй, аҙаҡ фермала быҙау баға. Һуғыштан һуңғы осорҙа хужалыҡты тергеҙеүгә үҙенең хеҙмәт өлөшөн индерә. “Свохозда ең һыҙғанып эшләнек. Хәҙерге кеүек декрет ялы тигән булманы. Балаға өс ай булһа, эшкә сыға инек. Ҡыш та буш ултырманыҡ”,--ти хеҙмәт алдынғыһы. Мәрйәм Юныс ҡыҙының тормош иптәше Баймырҙа Байғужин совхоздың алдынғы механизатор була. Социалистик ярыштарҙа еңгән хеҙмәт батыры Мәскәүгә ВДНХ-ға барып ҡайта. Аҙаҡ “тимер аты”нан малсылыҡҡа күсә. Тик ғүмере ҡыҫҡа була Баймырҙа олатайҙың. Хаҡлы ялға сығырға бер ай ҡалғас ҡына вафат була.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 47-се һанында уҡығыҙ.