Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь , 14:35

«Теләктәр шыршыһы-2023» акцияһында ҡатнашығыҙ!

     

«Теләктәр шыршыһы-2023» акцияһында ҡатнашығыҙ!
«Теләктәр шыршыһы-2023» акцияһында ҡатнашығыҙ!

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы Ижади «Теләктәр шыршыһы» акцияһын ойоштора.

Акцияла ҡатнашыу өсөн ижади йүнәлештәге матди булмаған теләктәр ҡабул ителә:

- «Роль» («Спектаклдә, фильмда роль башҡарырға, сәхнәлә билдәле артист менән сығыш яһарға хыялланам» һәм башҡалар);

- «Осрашыу» («Билдәле артист, йырсы, спортсы һ. б. менән осрашырға хыялланам»);

- «Маҡсат» («Сәхнә артындағы тормошто күрергә хыялланам», «Йондоҙ менән йырларға» һәм башҡалар),

- кинотеатрҙарға, концерттарға, спорт сараларына (хоккей) барыу.

«Быйыл беҙ Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балаларҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ. Теләктәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн йәмәғәт ойошмаларын, министрлыҡтарҙы, ведомстволарҙы , депутаттарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ. Балаларға яңы йыл кәйефе һәм шатлыҡ бүләк итербеҙ тип ышанабыҙ», – тине партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

Теләктәр 15 декабрҙән 29-ына тиклем [email protected] электрон почтаһына һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған йәшниктә ҡабул ителә. Проект координаторының телефоны: 8 (347) 273-72-54.

Унда ҡатнашыу өсөн:

- ижади хыялыңды яҙырға;

- үҙ фамилияңды, исемен, атайыңдың исемен һәм телефон номерын күрһәтергә кәрәк.

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-11-24/bash-ortostanda-tel-kt-r-shyrshy-y-2023-aktsiya-y-u-aryla-3043934

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в