ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2022, 05:04

Ҡомалаҡтан икмәктәре уңып бешә

Юлбарыҫ ауылынан Ғилминур  Тауылбаеваның тупһаһы аша атлап үтеүгә, алсаҡ йөҙлө инәй мине электән белгәндәй, ихлас түргә әйҙүкләне. Ҡомалаҡтан бешерелгән хуш еҫле икмәк еҫе аңҡыған өйҙә йылы, ә оҫтабикәнең ҡул эштәре йыһаздарға зауыҡлыҡ, нәфислек бирә.

Ҡомалаҡтан икмәктәре уңып бешәҠомалаҡтан икмәктәре уңып бешә
Ҡомалаҡтан икмәктәре уңып бешә

Була бит ҡайһы саҡ тәүге күргән кешене күптәнге танышың һымаҡ хис итәһең, беренсегә ингән йорт та нисектер бик яҡын тойола. Юлбарыҫ ауылынан Ғилминур  Тауылбаеваның тупһаһы аша атлап үтеүгә, алсаҡ йөҙлө инәй мине электән белгәндәй, ихлас түргә әйҙүкләне. Ҡомалаҡтан бешерелгән хуш еҫле икмәк еҫе аңҡыған өйҙә йылы, ә оҫтабикәнең ҡул эштәре йыһаздарға зауыҡлыҡ, нәфислек бирә.

Йортҡа ингәс тә, ҡулдан эшләнгән диван-кресло, ултырғыс япмалары, сигелгән әйберҙәр күҙгә ташланды. Былар инде магазиндан һатып алынған һәр кемдеге бер иш япмалар  түгел, ә өйгә айырым бер йәм биргән, күргәҙмәгә генә ҡуйырлыҡ ҡул эштәре.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 47-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас