ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2022, 05:55

Электән балыҡҡа йөрөргә яратам,- ти Юлбарыҫтан Рим Аҡҡужин

Ул тотҡан иң ҙур суртандың оҙонлоғо 80 см, ауырлығы 6 килограмм тартҡан

Электән балыҡҡа йөрөргә яратам,- ти Юлбарыҫтан Рим АҡҡужинЭлектән балыҡҡа йөрөргә яратам,- ти Юлбарыҫтан Рим Аҡҡужин
Электән балыҡҡа йөрөргә яратам,- ти Юлбарыҫтан Рим Аҡҡужин

--Электән балыҡҡа йөрөргә яратам.

Эшләгән саҡта ваҡыт етмәһә, хәҙер инде рәхәтләнеп йөрөргә була. Ейәндәрем дә балыҡсы, бергәләп йөрөйбөҙ. Тотҡан иң тос балыҡ –ҙур суртан булды. Ул көндө башҡа маҡсат менән юлға сыҡһам да, ваҡыт иркен булғас, Хворостянка быуаһына туҡталдым. Ҡармаҡтарҙы онотҡанмын, багажникта улымдың иҫке генә ҡармағы ла, ялтырауыҡтың башы ғына ята. Килгәс, ҡармаҡларға ултырҙым. Бындай ҙур суртанды тотҡаным юҡ ине, маташа торғас, саҡ сығарҙым. Ҙурлығына үҙем дә ышанмай торҙом. Оҙонлоғо 80 см, ауырлығы 6 килограмм тартты,--ти Юлбарыҫ ауылынан Рим Аҡҡужин.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас