Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2022, 15:49

Дәүләт хеҙмәттәренең бушлай биш онлайн-сервисы.

-

Дәүләт хеҙмәттәренең бушлай биш онлайн-сервисы.
Дәүләт хеҙмәттәренең бушлай биш онлайн-сервисы.

1 - Бала тыуыу

Сервис ата-әсәләргә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡты электрон төрҙә юлларға ярҙам итәсәк. Документ Дәүләт хеҙмәттәре порталында әсәнең шәхси кабинетында барлыҡҡа килә. Бөтә мәғлүмәттәр ИНН һәм СНИЛС биреү, әсәлек капиталы түләү һәм балаға пособие юллау, һуңынан балалар баҡсаһына яҙылыу өсөн автоматик рәүештә төрлө дәүләт органдарына ебәрелә.

2 – Документ менән бүлешеү

Документтарҙың фотоһын смартфонда һаҡларға кәрәкмәй. Хәҙер паспорт, ИНН, СНИЛС, таныҡлыҡтар һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр һәр ваҡыт ҡул осонда буласаҡ. Ә улар менән мобиль ҡушымта аша бүлешергә мөмкин.

3 – Түңәрәктәргә һәм секцияларға яҙылыу

Баланы түңәрәккә йәки спорт секцияһына онлайн яҙҙырығыҙ. Уңайлыраҡ булһын өсөн фильтр ҡулланығыҙ. Уҙғарыу урыны, түләү төрө, йүнәлеше, әҙерлек кимәле һәм баланың йәше буйынса дәрестәр һайлағыҙ.

4 – Онлайн европротокол

Уның ярҙамында аварияны полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырмайынса һәм ҡағыҙ бланкылар тултырмайынса онлайн теркәргә мөмкин. Хаталар ҙа булмаҫ, сөнки форма Дәүләт хеҙмәттәрендәге мәғлүмәттәр ярҙамында автоматик рәүештә тултырыла.

5 – Транспорт сараһын һатып алыу-һатыу килешеүе

Килешеүҙе ситтән тороп, йәғни «Дәүләт асҡысы» электрон ҡултамғаһы ярҙамында төҙөгөҙ. Мәғлүмәттәр документҡа автоматик рәүештә тултырыла, килешеү барышында сервис автомобилдең юғалыу-юғалмауы йәки залогта булыу-булмауын тикшерә.

Дәүләт хеҙмәттәре «Һанлы иҡтисад» милли проекты һөҙөмтәһендә онлайн форматҡа күсә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: