ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2022, 05:54

Ҡайҙа башҡорт – шунда ҡурай!

Башҡорт батальоны яугиры үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурайҙа «Гөлнәзирә» көйөн һыҙҙыртты. Видеоны сайтта ҡарағыҙ

видеонан скриншот Ҡайҙа башҡорт – шунда ҡурай!видеонан скриншот Ҡайҙа башҡорт – шунда ҡурай!
Ҡайҙа башҡорт – шунда ҡурай!Фото:видеонан скриншот

Доставалов исемендәге башҡорт батальоны яугиры үҙ ҡулдары менән ҡурай яһаған һәм хеҙмәттәштәренең һорауы буйынса «Гөлнәзирә» көйөн башҡарған. Усаҡ янында ҡурай моңо менән һуғарылған видео башҡорт батальонының социаль селтәрҙәрендә баҫылған.

«Әсәләмәғәләйкүм. Илеш районына сәләм. Бына егеттәр баҫып тора, улар ҡурайҙа уйнауҙы һораны», - ти башҡарыусы кадрҙа.

Бынан алда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙарының бронялы «Урал» алыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Махсус техниканы «Башнефтегеофизика» предприятиеһы  әҙерләгән. Ошо көндәрҙә Башҡортостандан Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле батальон хәрби әҙерлек урынына юлланды.

 

Видео:«Башҡорт батальоны» социаль селтәрҙәренән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас