ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2022, 16:47

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ишкилдинаның йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләне

#Айыҡауыл2022 Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуып килгән Мәрйәм инәй ҡаҙҙы элек-электән тота.

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ишкилдинаның йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләнеАҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ишкилдинаның йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләне
Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ишкилдинаның йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләне

Башҡорт йәштәре ҡаҙ өмәһен айырыуса көтөп ала торған булғандар, бигерәк тә ҡыҙҙар.

Шунан ситтә ҡалмаҫ өсөн, улар бәпкәләре күп булған апайҙарға йәйҙән үк һүҙ һалып ҡуйғандар. Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышкандар. Йолҡолған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә аҫып ҡыҙҙар шишмәгә, һыу буйына мәкегә алып төшкәндәр. Шул һыуҙа ҡаҙҙарҙы йыуғандар. Ғәҙәттә, ҡурайҙар тағып, ҡыҙҙар менән бергә егеттәр ҙә шишмәгә төшкән. Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә ҡаҙ майында ҡоймаҡ, тәбикмәк бешереп, сәй әҙерләп көтөп торған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған. Бөгөнгө көндә ҡаҙ өмәләре башлыса йорт хужалары һәм күрше-тирә, туғандар ҡатнашлығында уҙа.

Бөгөн Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ишкилдинаның йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләй. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуып килгән Мәрйәм инәй ҡаҙҙы элек-электән тота. Быйылғы ямғырлы, үләнле йылда ҡаҙҙар айырыуса тос булған, ти өмәселәр.


#Айыҡауыл2022
#ГодКультурногоНаследия2022
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ТрезвоеСело2022

Автор:
Читайте нас