ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2022, 04:05

"Дуҫлыҡ ордены ҙур яуаплылыҡ өҫтәй"

Владимир Путин Өфө блогеры, сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиевты Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне

"Дуҫлыҡ ордены ҙур яуаплылыҡ өҫтәй""Дуҫлыҡ ордены ҙур яуаплылыҡ өҫтәй"
"Дуҫлыҡ ордены ҙур яуаплылыҡ өҫтәй"

Өфө блогеры, сәйәхәтсе, параспортсы, альпинист, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы һәм Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Нәбиев Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы менән Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде. Награда тағы ла күберәк яуаплылыҡ өҫтәр, мин уны аҡларға тырышырмын, ти блогер.

«Дуҫлыҡ ордены – минең өсөн юғары дәүләт наградаһы. Ошондай наградаға лайыҡ булыуым менән ғорурланам. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың мине бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйғанын белгәс, ныҡ тулҡынландым. Үҙемде илебеҙҙең патриоты тип ышаныслы әйтә алам», – тине Рөстәм Нәбиев.

 

Фото:Валерий Шахов
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас