

Дүртөйлө районында йәш әсә 11 йәшлек ике балаһының күҙ алдында эсеүҙән тартынмаған. Прокуратурала билдәләүҙәренсә, ул балаларын бөтөнләй ҡарамаған. Уларҙы онотҡанда бер ашатҡандар.
Әсә бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн күп тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Балалар социаль учреждениеға урынлаштырылған. Енәйәт эше мировой судьяға ебәрелгән.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Башинформ.