Айыҡ ауыл конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Иҫәнгилделәр хәбәр итә:
"Был донъяла кешелекте ете һаны уратып алған кеүек: өҫтә ете ҡат күк, аҫта ете ҡат ер, күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән. Йәйғор ете төҫлө, аҙнаның ете көнө. Һәм ете төрлө аш -һыу өҫтәле менән, ете төрлө сәй тәмдәре менән ете самауыр ҡуйылған ете өҫтәл беҙҙең ете уйыбыҙ тураһында һөйләне лә инде бөгөн. Дүшәмбе лә үҙебеҙҙең яҡтарҙа ғына үҫкән үләндәр сәйе, шишәмбе милли ашыбыҙ - һалма ашы,ҡоротло һурпа һәм ит ризыҡтары, шаршамбы ҡуҙғалаҡтан төрлөләп бәлештәр бешерһәләр, кесаҙна көнө -Пәйғәмбәребеҙ ризалығы менән ураҙа тотоп һәм емеш -еләктән ауыҙ иттеләр. Изге йома көнөндә еҫ сығарып ҡоймаҡ ҡойһалар, шәмбе тәмлекәстәр менән һыйландылар, ә йәкшәмбелә һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелде.
Сараға "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен саҡырҙыҡ.Кескәйҙәргә тәмлекәстәрҙән дә бигерәк тәмле лә, файҙалы ла ҡоротло һурпа бик тә оҡшаны!
Бар эшкә өлгөр"Дарман" фольклор ансамбле һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, "Миләш " вокал коллективы ҡыҙҙары был юлы ла һынатманы. Мәҙәниәт хеҙмәткәре киләһе айға үтәсәк саралар һәм эшләнәсәк эштәр менән таныштырҙы. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, тип йырҙар йырлап, рәхәтләнеп самауырҙарҙы йыҡҡансы сәй ҙә эстек".
#ГодКультурногоНаследия2022#ВсемирныйКурултайБашкир#ТрезвоеСело2022