

15 ноябрҙә Ер шарында йәшәүселәр 8 миллиард кешегә еткән, тип хәбәр итә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының халыҡтар һаны өлкәһендәге фонды.
Азия һәм Африка илдәре Ерҙә халыҡ иҫәбенең артыуына ҙур өлөш индергән, Европала, киреһенсә, халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. Хәбәрҙә кешелектең, сираттағы осорға етеп, алдында торған глобаль проблемаларҙы хәл итеү юлын табырға тейешлеге хаҡында әйтелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының фараздары буйынса, 2037 йылда Ер шарында халыҡ һаны 9 миллиард кешегә етәсәк.
фото:Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының халыҡтар һаны өлкәһендәге фонды.