ЙӘМҒИӘТ
14 Ноября 2022, 15:48

«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр...»

Фермер хәрби госпиталдәрҙә дауаланған яугирҙарыбыҙға бер тонна бал ебәргән

«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр...»«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр...»
«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр...»

Стәрлетамаҡ районынан фермер Анатолий Долгий махсус хәрби операция барышында яраланған яугирҙар дауаланған хәрби госпиталдәргә бер тонна бал оҙатҡан.

Фермер әйтеүенсә, ул үҙе лә Тыуған илен яҡларға барыр ине, әммә йәш буйынса сикләүҙәр быға ҡамасаулай. Шуға күрә ғаиләһе менән кәңәшләшеп яугирҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә ҡарар итәләр.

«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр. Өҫтәүенә бер ҡалаҡ бал - ул сәләмәт йоҡо һәм организмды тергеҙеү», - ти Анатолий Долгий.

Әйтергә кәрәк, Анатолий Долгий Стәрлетамаҡ районындағы фермерлыҡ хәрәкәтенә башланғыс һалыусыларҙың береһе. Ул крәҫтиән фермер хужалығын 1993 йылда асҡан. 30 йыл эсендә ул үҫемлекселектә, малсылыҡта, һарыҡсылыҡта һәм умартасылыҡта махсуслашҡан ныҡлы хужалыҡ булдырған. Әлеге ваҡытта аграр предприятиены Анатолий Григорьевичтың улы Александр етәкләй. Ләкин фермер эштәрҙән ситләшмәгән, хәҙер ул умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Анатолий Долгий әйтеүенсә, быйыл бал ҡорттары яҡшы уңыш йыйған.

 «Атайым фронтовик ине, батырлыҡ күрһәтеп, фашистың алғы сафында ҡыйыулыҡ күрһәтте. Бөгөн беҙҙең ғаилә вәкилдәренең береһе нацизмды бөтөрөү эшен дауам итә. Һәр беребеҙ ауыр минуттарҙа мөмкин тиклем Тыуған илгә ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем», - тип билдәләне Анатолий Долгий. 

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 

«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр...»
«Яугирҙар һаулыҡтарын нығытһын. Бал менән сәй эсһәләр, өйҙәрен иҫкә алырҙар, күңелдәре лә йылыныр...»
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас