ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2022, 09:50

Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса ваҡытынан алда түләнә

-

Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса ваҡытынан алда түләнәМобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса ваҡытынан алда түләнә
Мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә декабрь өсөн аҡса ваҡытынан алда түләнә

Өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылған граждандарға декабрь өсөн аҡса ғинуарҙа түгел, ә 25 декабргә тиклем, йәғни ваҡытынан алда түләнә. Оборона министры урынбаҫары Татьяна Шевцова Дәүләт Думаһы депутаты Максим Ивановтың һорауына яуап бирҙе. Яуапты депутат үҙенең телеграм-каналында урынлаштырған.

«Мобилизацияланғандарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе буйынса ведомствонан яуап алдым. Был мәғлүмәтте бөтә Рәсәй белә: айҙың 10-ынан 20-һенә тиклем үткән ай өсөн түләнә. Етешһеҙ яғы — яңы йыл байрамдарына мобилизацияланған ир-егет һәм уның ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, балалары) декабрь өсөн аҡса алып өлгөрмәй. Ошондай хәл булмаһын өсөн Оборона министрлығы декабрь өсөн аҡсаны шул уҡ айҙа 25 декабргә тиклем түләргә хәл итте», — тип яҙҙы Максим Иванов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-14/semi-mobilizovannyh-poluchat-vyplaty-za-yanvar-dosrochno-v-dekabre-3028802

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
 
Фото:Олег Яровиков.
Автор:
Читайте нас