

Ивановка ауылының ағинәйе Рауза Мөхәмәтғәле ҡыҙы Ураҡованың ихатаһында көҙгө муллыҡ байрамдарының береһе - ҡаҙ өмәһе матур һәм бик күңелле үтте.
Ул "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Рауза инәй өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡош-ҡортто күпләп аҫрай. Ауылдаштар уны тырыш, өлгөлө, ҡул эштәре оҫтаһы итеп белә. Байрамға килгән күршеләр, килендәр, ҡыҙҙар күңелле йырҙар йырлап, һынамыштар, мәҡәлдәр әйтешеп ҡаҙ йолҡтолар. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, йылғаға төшөп сайҡатып алып ҡайттылар. Уңған хужабикәгә һаулыҡ теләп, киләһе йылдарҙа ла ҡош - ҡортоноң уңыуын теләп ҡалабыҙ.
#Трезвоесело2022#айыкауыл2022#
Культура села Ивановка.