ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2022, 07:04

Өфө менән Таиланд араһында тура авиабәйләнеш тергеҙелә

-

Өфө менән Таиланд араһында тура авиабәйләнеш тергеҙеләӨфө менән Таиланд араһында тура авиабәйләнеш тергеҙелә
Өфө менән Таиланд араһында тура авиабәйләнеш тергеҙелә

Быйыл декабрҙән Өфө менән Таиланд араһында тура авиабәйләнеш тергеҙелә. Был турала «Башинформ» агентлығына Coral Travel турагентлығынан хәбәр иттеләр.

Компания вәкиле һүҙҙәренсә, Өфө аэропортынан Пхукетҡа рейстар 2 декабрҙә башлана һәм киләһе йылдың яҙына тиклем дауам итә. Осоштарҙы 325 пассажир өсөн иҫәпләнгән Boeing 767 самолеттарында Azur Air компанияһы башҡара. Юлдағы ваҡыт  9 сәғәттән саҡ ҡына ашыуыраҡ. Турҙарҙың дауамлылығы — 8, 11, 15, 22, 23 һәм 29 төн.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, турҙың хаҡы (осоу, йәшәү, страховка, трансфер) бер кешегә яҡынса 70 мең һум тәшкил итә. Турагентлыҡта билдәләүҙәренсә, яңы йыл тәҡдимдәре ғәмәлдә. Коронавирус пандемияһынын һуң Таиландҡа авиабәйләнеш тәүгә ойошторола.

Бынан алда «Башинформ» Федераль һауа транспорты агентлығы ведомство-ара комиссия ҡарары менән Өфө аэропортынан тағы бер нисә халыҡ-ара авиарейс ойошторорға рөхсәт итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Azur Air авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр Пхукетҡа осоштар башҡара башлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-13/ufa-vozobnovlyaet-pryamoe-aviasoobschenie-s-tailandom-3027660

Автор:Дарья Субботина.
 
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас