

Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылынан өлкән лейтенант Рәсүл Кашаповтың батырлығы хаҡында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов үҙенең телеграм каналында яҙған.
«Бөгөн яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында хәбәр килде. Ҡубыяҙ ауылында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Рәсүл Кашапов етәкселегендәге танк взводы, оборонаның алғы һыҙығында дошмандың юлын сикләп, уларҙы сигенергә мәжбүр итә. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы белдерә. Тулыраҡ мәғлүмәт – беркетелгән видеояҙмала. Тулыраҡ - беркетелгән видеороликта», - тип яҙған Йосопов.
Район башлығы яҡташыбыҙҙың художество үҙешмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуын иҫкә төшөрҙө - ул «Ынйылар» коллективында бейегән. Мәктәпте тамамлағас, Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға инә. «Танк взводы командиры» һөнәрен алған, артабан хәрби хеҙмәт итеү өсөн Көнсығыш хәрби округына ебәрелгән. Быйыл февралдән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Өйҙә уны йәш ҡатыны һәм бәләкәй улы көтә.
«Уңыштар һиңә, Рәсүл! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Еңеү менән өйөңә ҡайт!», - тип теләне Динис Йосопов.