

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда "Ир-егеттәр донъя ҡото" тип аталған сара ойошторолдо. Унда ир-егеттәр һәм уларҙың улдары саҡырылды.
Сара 7 ноябрь Бөтә донъя ирҙәр көнө һәм 19 ноябрҙә Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө уңайынан үткәрелде. Ир-уҙамандарҙы байрам менән ҡотлағас, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп, йәнле әңгәмә булды. Артабан айтайҙар менән улдар төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнаны. Афарин!