

Аҡъярҙа “Балта” коворкинг үҙәгендә ниндәй генә ҡул эштәре булманы!
Аҡъяр ауылының “Балта” коворкинг үҙәгендә район оҫталараның ҡул эштәренән торған күргәҙмә-йәрминкә ойошторолдо. Нимәләр генә юҡ: орнаментлы футболкалар, интерьер ҡурсаҡтар, бейсболка, бисерҙар картинкалар, бәйләнгән ҡупшы әйберҙәр, шәл, шкатулки, милли биҙәүестәр һәм башҡалар.
Рәмил Билалов ағас эштәре, ә Резеда Илбәкова әйберҙәр тегеү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте. Күптәр район оҫталарының үҙенсәлекле әйберҙәрен алып бер ҡыуанһа, лотерея уйынында ҡулдан эшләнгән шәп приздарға эйә булыусыларҙың да шатлығы сикһеҙ ине.
Администрация Хайбуллинского района