

АҠ ЮЛ ҺИҢӘ ИЛ ҺАҠСЫҺЫ.
Ауылыбыҙҙа әрме сафына саҡырылған егеттәребеҙҙе оҙатыу изге йолаға әүерелгән.
Әле лә буласаҡ һалдатыбыҙ Сынбулатов Байрас Илдар улына изге теләктәрен еткереп, аҡ юл теләргә туғандары, ауылдаштары йыйылды. Хеҙмәт итеү һәр ир - егеттең ил алдындағы изге бурысы. Һалдатыбыҙҙың ашар ризығы бөтмәһен, имен- һау әйләнеп ҡайтһын тип икмәк ашатып, аҡ эсемлек һөт эсереп изге теләктәрен еткерҙелэр. Шулай уҡ тыуып үҫкән еребеҙҙең изге тупрағы тапшырылды.
Байрас, атай-әсәйеңдең, туғандарыңдын, ауылдаштарыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй матур итеп, иҫән - һау хеҙмәт итеп ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ. Аҡ юл, һиңә, ил һаҡсыһы!
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
#ХайбуллинскийСДК