

"Һуңғы йылдарҙа ил эсендәге хәлдәр менән бәйле эшһеҙлек ир-егеттең психологияһын ныҡ үҙгәртте. Уларҙың күптәре эшләмәй, ашап-эсеп күңел асыуҙы ғәҙәти хәл итеп ҡабул итә башланы.
Эшһеҙлек эскелеккә килтерә. Эскелек арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар арта, ауылда яңғыҙаҡ ир-егеттәр күп.
Былар бөтәһе лә Иләс кеүек бәләкәй ауылдарға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.
Ошондай шарттарҙа ауыл мәнфәғәтен яҡлау, ауыл тормошон яйға һалыу, ир-бала тәрбиәләү өсөн ир ҡулдары кәрәк.
Бына ошо турала һүҙ барҙы Иләс мәҙәниәт йортонда ойошторолған "Ауыл киләсәге- ир-егеттәр ҡулында" тип аталған кәңәшмәлә. Осрашыу аҙағында ауылда "Ир-егеттәр ҡоро"ойоштороу ниәте күтәрелеп сыҡты.
Сараның икенсе өлөшөндә балаларын оло тормош юлына сығарған, ғаилә тотҡаһы, ейәндәренә өлгөлө ҡартатай булған ир-азаматтарына рәхмәт хаттары тапшырылды. Уларҙы "Етегән"халыҡ фольклор коллективы ҡотланы.
Артабан ҡунаҡтар "Алтын тирмә" уйынында ҡатнашты. Иң күп тәңкә йыйған Мансаф Туҡбаев командаһы еңеп сыҡты, ә иң эрудициялыһы Хисаметдин Асҡаров булып сыҡты.
Ир-егеттәребеҙ ошондай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен теләп таралышты. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ир-егеттәрҙе тәмле сәй менән һыйланы",- тип хәбәр итә Иләстәр. Афарин!
.#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022