

«Эшегеҙҙең ни тиклем ауыр һәм ҡайһы берҙә хәүефле булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Һеҙгә йыш ҡына ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә. Ләкин көнөн дә, төнөн дә закон һағында тороуығыҙҙы, һәр ваҡыт ярҙамға килеүегеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары алдында енәйәт яуаплылығын тикшереү, «иҫерек», төркөм менән, бәлиғ булмаған, ойошҡан енәйәтселекте иҫкәртеү буйынса яуаплы бурыстар тора», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Быйыл эске эштәр органдары 23 меңгә яҡын, шул иҫәптән 4,5 мең ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асҡан. 1600-ҙән ашыу наркоенәйәт, шулай уҡ коррупция йүнәлешендәге 600-ҙән ашыу енәйәт ҡылыуҙа ғәйеплеләр табылған.
«Бер енәйәтсе лә яуаплылыҡтан ҡасмаҫҡа тейеш. Һеҙ терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороуҙың заманса технологияларын һәм һөҙөмтәле алымдарын әүҙем үҙләштерәһегеҙ. Махсус хәрби операцияны уҙғарыу һәм республикабыҙ биләмәһендә база әҙерлеге режимын индереү шарттарында был бик мөһим. Төп бурыс – транспортта, сауҙа үҙәктәрендә, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров һәр ваҡыт законды һәм хоҡуҡ тәртибен фиҙакәр яҡлаған Эске эштәр министрлығы ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
«Әле хәрбиҙәребеҙ нацизмға ҡаршы һуғыша, Рәсәйҙе һаҡлай. Үҙ ирке менән яҙылғандар һәм мобилизацияланғандар араһында хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, элекке коллегаларығыҙ күп. Ә беҙ бында тылды бергәләп нығытырбыҙ. Республика һәр саҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итәсәк. Төбәк маҡсатлы программаларын ғәмәлгә ашырыуҙы, матди базаны нығытыуҙы, эске эштәр органдарын техник яҡтан йыһазландырыуҙы дауам итербеҙ», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров эске эштәр органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләне һәм республика буйынса Эске эштәр министрлығының бер нисә хеҙмәткәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.