ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2022, 13:58

Башҡорт батальоны взводы командиры ҡаһарманлыҡ күрһәткән

  

Башҡорт батальоны взводы командиры ҡаһарманлыҡ күрһәткәнБашҡорт батальоны взводы командиры ҡаһарманлыҡ күрһәткән
Башҡорт батальоны взводы командиры ҡаһарманлыҡ күрһәткән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, Александр Доставалов исемендәге батальон взводы командиры Павел Роженьков хәрби хәрәкәттәр барышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән.

 «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, разведка ваҡытында Александр Доставалов исемендәге батальон миномёт батареяһы взводы дошмандың нығытылған районын тапҡан. Прапорщик Павел Роженьков етәкселегендәге взвод тиҙ арала өс миномет расчетын ойошторған һәм дошманға һөжүм иткән. Хәрби комплект һәм ике БМП менән ангар, шулай уҡ шундағы ун биш боевик юҡ ителгән.

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас