ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2022, 10:35

«Тәмәкене кәнфиткә алмаштырабыҙ».

Аҡъяр тау колледжы студенттары ошондай исем аҫтында акция үткәрҙе. 

«Тәмәкене кәнфиткә алмаштырабыҙ».«Тәмәкене кәнфиткә алмаштырабыҙ».
«Тәмәкене кәнфиткә алмаштырабыҙ».

«Тәмәкене кәнфиткә алмаштырабыҙ». Аҡъяр тау колледжы студенттары ошондай исем аҫтында акция үткәрҙе. Уның маҡсаты - йәш аудиторияның иғтибарын тәмәке тартыу проблемаһына йәлеп итеү. Әлеге акция - тәмәкенең зыяны һәм насар ғәҙәткә альтернатива булыуы тураһында уйланырға сәбәп.
Колледж ирекмәндәре өсөнсө йыл рәттән ошо акцияны уҙғара.
Тәмәкене кәнфиткә студенттар ғына түгел, теләгән һәр кем алмаштыра алды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, барыһы ла был аҙымға әҙер түгел ине. Балалар әйтеүенсә, акция барышында йыйылған бөтә тәмәкеләр юҡ ителгән.

#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас