Аҡъяр ауылында йәшәүсе күп бала әсәһе Альбина Фәррәхова тормош иптәше Динар Фәннүр улы менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Альбина күп бала тәрбиәләгәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
- Үҙем дә ишле ғаиләлә үҫкәс, бер-ике бала менән генә сикләнеү уйым булманы. Тормош иптәшем дә күп бала үҫтереүҙе хупланы. Әсәлек капиталы һәм дәүләт ярҙамы менән өй һалып сыҡҡас, йортобоҙға йәм, ғаиләбеҙгә шатлыҡ өҫтәп бәләкәс ҡыҙыбыҙ Ленара донъяға килде. Минең төп ярҙамсыларым – ирем һәм ул-ҡыҙҙарым. Улар менән миңә ҡатын булыуы ла, әсә булыуы лә еңел. Балаларыбыҙ алдында атайҙарының абруйы ҙур. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә уның уй-фекере беҙҙең өсөн мөһим. Ирем һәр яҡлап миңә ярҙам итә һәм бөтә башланғысымды хуплай. Һәр эште уның менән кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Ғаиләбеҙҙә барыһы ла бүленгән: балаларҙың үҙ бурыстары бар. Һәр береһен бәләкәйҙән тәртипкә, эшкә өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ. Хужалыҡ һәм балалар – минең өҫтә булһа, ә ғаиләне финанс яғынан тәьмин итеүҙең күпселек өлөшө тормош иптәшемдең иңендә ята, - ти Альбина Фәтих ҡыҙы.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 44-се һанында уҡығыҙ.