

Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандан 25 меңгә яҡын кеше мобилизацияланған, ә республика халҡынан ысын һандарҙы йәшерәләр тигән мәғлүмәт таралды.
Республиканың хәрби комиссариатында белдереүҙәренсә, социаль селтәрҙәрҙә таратылған был хәбәрҙәр ялған, дөрөҫлөккә тап килмәй.
Республикабыҙҙан мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ тәғәйен хәрби частарға ебәрелә, Башҡортостан уларҙың штатынан күберәк оҙата алманы. Бынан тыш, мобилизация мәсьәләләре эш хаҡы түләү, кейем-һалым менән тәьмин итеү, мобилизацияланғандарҙы ҡарау менән бәйле. Һандарға бәйлелек бар, техник яҡтан ғына ла планды арттырып үтәү мөмкин түгел, – тип билдәләнеләр республиканың хәрби комиссариатында.