

Ағиҙел ҡалаһынан Руслан Шөғәйепов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең рухын күтәреү өсөн йыр яҙған. Ошо хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
Был йырҙы «Ағиҙел бөркөттәре» йыр ансамбле «Зоренька» рус йыр ансамбленең кесе төркөмө менән бергә башҡарған һәм матур клип төшөргән. Йырҙың премьераһы Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концертта күрһәтелгән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала Салауат Юлаевтың исемендәге өсөнсө ирекле батальон ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйне. Әлеге башланғыс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хуплауын тапҡан, хәрби тәжрибәһе булған 700 кеше ошо батальонған инергә теләк белдергән.