ЙӘМҒИӘТ
8 Ноября 2022, 06:15

Йәш герой иҫтәлегенә Хәтер мөйөшө асылды

Украина территорияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Аҡъяр ауылы егете, гвардия кесе сержант Роберт Зәкиров иҫтәлегенә саралар үтте

Йәш герой иҫтәлегенә Хәтер  мөйөшө асылдыЙәш герой иҫтәлегенә Хәтер  мөйөшө асылды
Йәш герой иҫтәлегенә Хәтер мөйөшө асылды

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында ошо уҡыу йортон тамамлаған, Украина территорияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған гвардия кесе сержант Роберт Зәкиров  иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте. Уның иҫтәлегенә тап спорт сараһын уҙғарыу - осраҡлы түгел, ти ойоштороусылар. Күҙенә операциянан һуң бала саҡтан уҡ Роберт физкультура дәресенән азат ителһә лә, бер генә дәресте лә ҡалдырмай. Ул спорт ярата, тормошто, Тыуған илен ярата һәм уны яҡлап батырҙарса һәләк була. Һәр саҡ баҫалҡылығы менән айырылып торған һәм үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған был турнирҙы матур йолаға әүерелдерергә ниәтләй ойоштороусылар

Ошо уҡ көндө колледж музейында йәш герой иҫтәлегенә Хәтер мөйөшө асылды. Уҡыуҙа һәм спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн Почет грамоталары, иҫтәлекле фотолар ҡасандыр Роберт Зәкиров тамамлаған уҡыу йортонда ҡәҙерләп һаҡланасаҡ.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас