

Матур ҙа, һөйкөмлө лә, оҫта ла, егәрле лә, һәр яҡтан да килгән ҡатын-ҡыҙ, уңған хужабикә, мөләйем әсәй, өләсәй, матур ҡатын, ышаныслы әхирәт, сәхнә оҫтаһы, "Вәзәм шәле" халыҡ клубының оҫта шәлсеһе, 3 бала әсәһе, 5 ейән-ейәнсәрле, шулай уҡ ата - әсәһеҙ ҡалған 5 балаға ғаилә йылыһын биреп тәрбиәләп оло юлға баҫтырыусы, Вәзәм ауылының данын күтәреүсе.... шәп ҡатын-ҡыҙ Сурина Райхана Шәйхислам ҡыҙы Вәзәм ауылының иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе.