

2023 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында үткәрелгән дөйөм отош уйынында тәүге еңеүселәр билдәләнде. Үҙ бәхетен һынап ҡарарға тип квитанцияларын теркәткән даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙ - Садовый ауылынан Бәхетйән Абдуллин (бер тоҡ бойҙай), Аҡъярҙан Рәмилә Хәсәнова (сәстәрҙе турайтҡыс), Юлбарыҫтан Гөлсинә Мәғәфүрова (колонка) бүләктәр отто.