

Азат Төхвәт улы һәм Клара Әсғәт ҡыҙы Мусиндар Бәләкәй Арыҫланғол ауылының дан ғаиләләренең береһе.
Быйыл көҙ уларҙың ғаиләһенең барлыҡҡа килеүенә теүәл ярты быуат ваҡыт үткән. Алтын туйҙарын билдәләгән Мусиндар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкәндәр, өйләнеп, өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Азат Төхвәт улы "Һаҡмар" колхозында тәүҙә электрик, һуңынан тирмәнсе булып эшләһә, Клара Әсғәт ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Алтынға тиң ғүмер кисергән Мусиндар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.