ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2022, 06:29

Бына тигән шәп егеттәр!

Улар кадет туғанлығы, дуҫлыҡ һәм намыҫ төшөнсәһен яҡшы белә.

Бына тигән шәп егеттәр!Бына тигән шәп егеттәр!
Бына тигән шәп егеттәр!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Ишембай ҡалаһында  Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында уҡыған беҙҙең район кадеттары менән осрашты.

“Бына тигән шәп егеттәр. Улар кадет туғанлығы, дуҫлыҡ һәм намыҫ төшөнсәһен яҡшы белә. Киләсәктә, бәлки, уларҙың барыһы ла  кадрлы офицер ҙа булмаҫ, әммә  тыуған илен, үҙ намыҫын, яҡындарын һаҡлаусы, Ватаныбыҙ патриоттары буласаҡтарына иманым камил. Кадет корпусына  Башҡортостандың данлы улы, Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың исеме юҡҡа ғына бирелмәгән. Был егеттәргә уңыштар теләйем, уларҙың белеме һәм оҫтылығы тик тыныс тормошта ғына кәрәк булһын”,--тип яҙа үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас