

Селтәрҙә таралған видеояҙмала күренеүенсә, махсус хәрби операция зонаһында Рәсәй һалдаты ҡаушап ҡалмаған, ә дошман дронынан ырғытылған ике гранатаны ситкә алып ташлаған.
«Томан» ҡушаматлы хәрби әйтеүенсә, был хәл март айында Харьков өлкәһенең Малая Рогань ауылы эргәһендә булған. Видеола иһә Рәсәй Хәрби көстәренең 138-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһы яугире.
«Яугир иҫән-һау, барыһы ла яҡшы», — тип яҙған «Томан».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Туймазы районы Япрыҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, полковник Ғәни Ғәлим улы Ғәлимов иҫтәлегенә таҡтаташ асылғайны. Яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышын 130-сы Латыш уҡсылар корпусы штабының оператив бүлеге начальнигы вазифаһында тамамлаған.
Әммә Ғәни Ғәлимов 1938 йылда Хәсән күле буйында күрһәткән батырлығы менән билдәле. Ул саҡта лейтенант Ғәни Ғәлимов яуҙа япондарҙың улы нөктәләрен юҡ иткән, үҙенә осҡан гранаталарҙы тотоп алып, дошман яғына ташлаған.
Ошо ҡаһарманлығы өсөн Ғәни Ғәлимов Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған.