

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров райондан биш әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
Был юғары награда Башҡортостан Башлығы указы буйынса биш һәм унан күберәк балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән әсәләргә тапшырыла.
Был юлы район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Таналыҡ ауыл биләмәһенән Ләйсән Абдуллина һәм Надежда Акчурина,Һамар ауыл биләмәһенән Евгения Долматова, Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһенән Анна Саидова һәм Аҡъяр ауыл биләмәһенән Альбина Фәррәховаға Зариф Зәкир улы наградалар тапшырҙы.