ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2022, 06:03

Михайловкала һәйкәл асылды

Объект “Атайсал” проекты сиктәрендә эшләнде

Михайловкала һәйкәл асылдыМихайловкала һәйкәл асылды
Михайловкала һәйкәл асылды

Михайловка ауылында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары иҫтәлегенә асылған һәйкәлде ауылдаштары ярҙамы менән ошо уҡ ауылда йәшәгән Васил Солтанов тормошҡа ашырҙы. Михайловканан дәһшәтле һуғыш йылдарында һәләк булған 128 яугирҙың исеме уйып яҙылған һәйкәлде төҙөүҙә барлыҡ ауыл халҡы ҡатнашты. Кемдер финанс яҡтан ярҙам итһә, икенселәр төҙөлөш эшендә әүҙем ҡатнашты.

Михайловкалылар өсөн мемориал асылыуы әһәмиәтле ваҡиға. Бәләкәй генә ауылдан 200-гә яҡын кеше фронтҡа китә.  Шуға күрә геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү бик мөһим, ти ауыл халҡы.

Әйткәндәй,  ауыл халҡы тағы ла бер проект тураһында һөйләне. Ата-әсәләр балаларын ҡыуандырып, балалар бәүелсәктәре ҡуйғандар. Киләһе йыл иһә  уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү эшен тамамларға планлаштыралар.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас