

Мортаза Рәхимов Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы республика халҡына изге теләктәрен еткерҙе:
– Беҙҙең Башҡортостан – үҙенсәлекле төбәк. Башҡорт ере 150-нән ашыу милләткә тыуған йортона әйләнгән. Ил Президенты В.В.Путин беҙҙең республика хаҡында бик дөрөҫ әйткән: «Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, мәҙәниәттең, диндең, телдең һәм халыҡтар дуҫлығының күп төрлөлөгө сағыла. Беҙ Башҡортостандан үрнәк алырбыҙ һәм быны ҡәҙерләрбеҙ».
Был фраза киң танылыу яуланы һәм бөгөн айырыуса бик мөһим булып яңғырай. Беҙ йәнә донъяның ни тиклем нескә булыуын һәм иртәгәһе көндә ышаныслы булыу өсөн халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау мөһимлеген күрәбеҙ. Үҙ-ара аңлашып йәшәү, телде, динде һәм йолаларҙы хөрмәтләү – ул республикалағы тотороҡлоҡтоң төп нигеҙе.
Был берҙәмлек даими нығытыуҙы талап итә. Етәкселәрҙең аҡыл менән эш итеүе һәм социаль ғәҙеллек булдырыуы мөһим.
Хөрмәтле яҡташтар! Беҙҙең фиҙакәр хеҙмәтебеҙ, файҙа килтерергә тырышыуыбыҙ, әүҙем гражданлыҡ позициябыҙ һәм рухи берҙәмлегебеҙ республикаға һәм илгә ныҡлыҡ килтерһен, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итһен!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ һәм ҡәҙерләгеҙ!
https://vk.com/bashkortostanim