

Халыҡтар берҙәмлеген билдәләгән мәртәбәле байрамда яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе икеләтә ҡыуаныслы.
Хәйбулла һылыуы Айгөл Ишмырҙина һәм Баймаҡ егете Данир Йәминев сәстәрен сәскә бәйләгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, бер нисә тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әбделнасир һәм Ҡарамалы ауылы йәштәре Мәскәүҙә табышып ҡауышҡан.
Йәштәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ ырыҫлы, бәхетегеҙ ғүмерлек булһын!