

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы Алмабикә Рәхимйән ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде.
Алмабикә Хәкимова 1982 йылда Сибай медицина колледжын тамамлағандан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр поликлиниканың процедура кабинеты шәфҡәт туташы булып эшләй. Йомшаҡ ҡуллы яғымлы шәфҡәт туташын бөтә пациенттар ҙа ярата, хөрмәт итә.