

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуын белдерҙе. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәрби комиссариаттарҙың Ҡораллы көстәрҙе комплектлау буйынса эше ирекмәндәрҙе һәм контрактниктарҙы ҡабул итеү иҫәбенә дауам итәсәк, тип билдәләне ул.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 1 ноябрҙән республикала көҙгө саҡырылыш башланыуын хәбәр иткәйне. Ул ике ай дауамында 4000 кешене хәрби хеҙмәткә алыу планлаштырыла.